Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләне. “Был байрам Тыуған илгә булған һөйөүебеҙҙе, Ватаныбыҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡты һынландыра, Рәсәй дәүләте ҡеүәтенең символы булып тора. Халҡыбыҙ иң ауыр һынауҙарҙы ла, берҙәмлек, батырлыҡ һәм илһөйәрлек күрһәтеп, еңеп килгән”, - тиелә ҡотлауҙа. “Башҡортостан халҡы тыуған ер яҙмышы өсөн һәр саҡ яуаплылыҡ тойоп йәшәй. Ата-бабаларҙың еңеү традицияларына таянып, бөгөн республика коронавирус пандемияһына ышаныслы ҡаршы тора, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығыта, инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндерә, Рәсәйҙә алдынғы урындар яулай. Башҡортостан төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәренә һәр саҡ уртаҡ йорт булһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙең бурыс – быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, йәштәрҙә Тыуған илгә һөйөү, уның мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булыуҙы тәрбиәләү, бергәләп бәхетле киләсәк төҙөү. Республика халҡын байрам менән ҡотлайым! Һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!”, - тиелә республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауында.







