Был дата Рәсәй халыҡтарының илгә ҡурҡыныс янағанда берҙәмлек, ҡаһарманлыҡ һәм патриотизм күрһәткән Ватан тарихының иҫтәлекле ваҡиғаларына алып ҡайта.
Дүрт йөҙҙән ашыу йыл элек халыҡ ополчениеһы Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендә Мәскәүҙе баҫҡынсыларҙан азат итә. Был патриотизм хәрәкәте бар Рәсәй халҡын берләштерә. Рәсәйҙең ҡеүәте күп милләтлелек һәм уларҙың берҙәмлегендә – ул ваҡиғаларҙың төп һабағы.
Күп милләтле һәм күп конфессиялы Башҡортостан өсөн халыҡ берҙәмлеге идеяһы айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә. Башҡортостан һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм берҙәмлек биләмәһе, төрлө милләттәр һәм дин тотоусыларҙың дөйөм йорто.
Бөгөн байрам уңайынан республика етәкселеге Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды. Сарала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-Министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.







