Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын байрам менән ҡотланы

Был байрам Ватанға һөйөү тойғоларының сағылышы, Рәсәй дәүләтенең ҡеүәте, атайсалдың бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡ символы. Иң ауыр һынауҙар мәлендә Рәсәй халҡы берҙәмлек, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек күрһәткән.

Башҡортостан халҡы иһә һәр ваҡыт үҙ тыуған яғы һәм тотош ил яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тоя. Үҫеш традицияларына тоғро ҡалып республика ышаныслы алға бара. Пандемия менән көрәшә, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығыта, күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндерә, бик күп тармаҡтар буйынса илдә алдынғы урындарҙы ала.

Башҡортостан төрлө милләт һәм дин кешеләренә уртаҡ йорт булып ҡалһын өсөн беҙ барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеү, йәштәрҙә ватанға ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уның мәнфәғәттәрен яҡлауға әҙерлек, бергәләп бәхетле киләсәк төҙөү – беҙҙең бурыс.

Барлыҡ республика халҡын байрам менән ҡотлайым! Сәләмәтлек, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем, тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын байрам менән ҡотланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ