Баймаҡ ҡалаһында «Башҡорт ихаталары» проекты буйынса комплекслы төҙөкләндерелгән ике майҙансыҡ файҙаланыуға тапшырылды.
Алты йылға иҫәпләнгән «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү ҡарала. Әле күп ҡатлы ҡайһы бер йорттарҙың биләмәләре танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Был бик матур күренеш.
Быйыл проект сиктәрендә Баймаҡ районында өс ҡаласыҡ сафҡа индерелде. Байрам уңайынан төҙөкләндерелгән ике ихата уларҙың төп хужаларына тапшырылды. ВИДЕО 1 День Единства в Баймаке
Совет власы өсөн йәндәрен аямай көрәшкән һәм уның ҡорбаны булған 11 венгр-ҡыҙылармеец һәм 7 баймаҡ коммунисты ерләнгән урында уларҙың хәтерҙәрен мәңгеләштереп монумент ҡуйылған. Оло байрам уңайынан унда тантаналы митинг үтте.
Күп быуатлыҡ Ватан тарихын һаҡлаған был байрамдың илебеҙ өсөн әһәмиәте ҙур.1612 йылдағы хәл иткес ваҡиғаларҙы бер кем дә оноторға тейеш түгел, ти сара ҡатнашыусылар.







