Балтас районында Иҫке Янбай ауылына илткән юл файҙаланыуға тапшырылды

3 саҡрым самаһындағы ара «Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Төҙөү эштәре урындағы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан башҡарылған.

Ауылға илткән юлдан тыш, урамдарға асфальт түшәлгән, тротуар һалынған. Йәмәғәт транспорты өсөн «ҡулса» эшләнеп, өҫтәмә яҡтыртыу нөктәләре урынлаштырылған. Әйткәндәй, был эш мәғариф ветераны Марат Закировтың һәм урындағы крәҫтиән-фермер хужалыҡ етәкселегенең күп һанлы мөрәжәғәте нигеҙендә тормошҡа ашырылған.

Фото №1 - Балтас районында Иҫке Янбай ауылына илткән юл файҙаланыуға тапшырылды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ