Раевка шәкәр заводы сеймал ҡабул итеүҙе тамамлай

Тулы ҡеүәткә. Раевка шәкәр заводы сеймал ҡабул итеүҙе тамамлай. Етештереү линияһын камиллаштырғандан һуң предприятиела сираттағы сөгөлдөр эшкәртеү миҙгеле башланды. Әле завод тәүлегенә 750 тонна шәкәр етештерә.

Ҡеүәтле ҡоролмалар аппаратының бармаҡ осонда. Рифат Арыҫланов сөгөлдөр һутын һығыу процессын күҙәтә. Диффузиялау ҡоролмаһында ваҡланған сеймал эҫе һыуҙа бешерелеп, шәкәре йыуыла. Эш тулыһынса автоматлаштырылған. 

Яңы эшкәртеү миҙгеленә Раевка шәкәр заводында реконструкция үткән. Ҡоролмалар һәм аппараттар заман талаптары буйынса камиллаштырылған. Һөҙөмтә булараҡ етештереү ҡеүәттәре арттырылған.

Реконструкция һөҙөмтәһендә етештереү ҡеүәттәрен арттырыуға өлгәштек. Элек тәүлегенә 4 мең ярым тонна самаһы сөгөлдөр эшкәртһәк, хәҙер был күрһәткес 5 мең тонна буласаҡ.

Руслан Белинский, Раевка шәкәр заводы баш инженеры

Сеймалдан алып, шәкәр хәленә килгәнсе предприятие лабораторияһы ентекле тикшереү уҙғара. Йылдың ҡоро килеүе сәбәпле быйылғы сөгөлдөр шәкәрлерәк тип билдәләй заводтың баш технологы Рита Ахунова.

Баҫыуҙан килгән сөгөлдөр быйыл татлыраҡ. Тимәк унан алынған шәкәр күләме лә күберәк буласаҡ.

Рита Ахунова, Раевка шәкәр заводы баш технологы

Быйыл Раевка шәкәр заводы республиканың 17 районы һәм Ырымбур өлкәһенән  татлы тамыр ҡабул иткән. 40 көн тигәндә сеймал әҙерләү пунктында эштәр тулыһынса тамамланған.

Быйыл рекодтар йылы тип әйтергә мөмкин. Ҡабул ителгән сөгөлдөр буйынса ла, сеймал әҙерләү эштәрен башҡарыу буйынса ла . 40 көн эсендә 500 мең тонна татлы тамыр тупланды. Тәүлегенә 15 мең тонна самаһы  сөгөлдөр ҡабул иттек.

Сергей Осипов, Раевка шәкәр заводының сөгөлдөр ҡабул итеү пункты етәксеһе
Башбат

Һабаҡ, ҡабыҡ һәм тупраҡ ҡалдыҡтары менән бергә Раевка шәкәр заводында 525 мең тонна татлы тамыр әҙерләнгән. Сөгөлдөр йыуылып таҙартылғандан һуң уның күләме яҡынса 25-30 мең тоннаға кәмергә тейеш.Ғинуар аҙаҡтарына завод саф сеймалды эшкәртеүҙе тулыһынса тамамларға иҫәп тота.

Фото №1 - Раевка шәкәр заводы сеймал ҡабул итеүҙе тамамлай

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ