Силәбе өлкәһендә теркәлгән 6284 иҫәп алыусы шулай уҡ урында йәшәүселәрҙең өйҙәренә сыға, йә стационар участкаларҙа ла ҡабул итә. Уларҙың һәр ҡайһыһы махсус уҡыуҙар үткән.
33 төр һорау биреп, яуаптарҙы планшетҡа теркәй бара. Милләт буйынса бирелгән графала мәҫәлән, төрлө вариантта билдәләргә мөмкин. Шулай ҙа нәҫел-тамырҙарға иғтибар итеп, уның дөрөҫөн генә әйтеү мөһим. 2010 йылда үткән иҫәп алыу кампанияһында Силәбелә башҡорттар һаны 162 мең тип билдәләнгән.
Һуңғы йылдарҙағы демографик хәл-ваҡиғаларға бәйле күрһәткестең үҙгәртеүе лә ихтимал. Шуға ла илдең мөһим кампанияһынан ситтә ҡалмау мөһим.







