Билдәле тәржемәсе Гүзәл Хамматова вафат булды

Билдәле башҡорт яҙыусыһы, Яныбай Хамматовтың ҡыҙы, педагог, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гүзәл Хамматова вафат.

Гүзәл Яныбай ҡыҙы республиканың юғары уҡыу йорттарында белем биргән, рус теленә Рауил Бикбаевтың «Рәми», Яныбай Хамматовтың «Хәсрәтле бала саҡ», «Салауат батыр», «Ағиҙел Иҙелгә ҡоя» кеүек һәм башҡа бик күп күләмле әҫәрҙәрҙе руссаға тәржемә иткән.

 Гүзәл Хамматова, ғөмүмән, атаһының ижадын пропагандалауға күп көс һала. Бөгөн Яныбай Хамматов авторлығында илдә таралған тарихи романдарҙың руссаға тәржемәһе тап Гүзәл Яныбай ҡыҙының эше тип әйтергә кәрәк. Унан тыш, ул Ғайса Хөсәйенов, Фазыл Исхаҡов, Барый Ноғоманов кеүек авторҙарҙың да ижадын тәржемәләгән. Ҡырҡтан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик эштәр авторы. Гүзәл Хамматоваға 28 октябрь 68 йәш тулғайны.

Фото №1 - Билдәле тәржемәсе Гүзәл Хамматова вафат булды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ