Өфөлә хаҡлы ялдағылар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо

Тиҫтәләрсә йылдар стажы булған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренә эш эҙләне. Ни өсөн өлкән быуын эшкә ашыға, көтөп алған пенсияһын тотоноп ҡына өйҙә ятмай.

Марат Хәлиуллиндың водитель таныҡлығында бөтә категориялар ҙа асыҡ. Тәжрибәле шофер руль артында 40 йыл ғүмерен үткәргән. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Пенсионерҙы хеҙмәт биржаһына нужа алып килгән.

Марат Хәлиуллин, эш эҙләүсе: «Пенсиям бәләкәй, эшләп йөрөгәндә уйламайһың бит, аҡса йыйырға кәрәк булған, өйҙә осон-осҡа ялғап ултырғансы кире эшкә сығырға ине. Тик үҙемә яраҡлыһын тапманым».

Аҡсанан башҡа сәбәп тә бар, яңғыҙлыҡ тойғоһо. Ғүмер буйы кеше араһында йөрөгәндән һуң дүрт стенаға бикләнеп йәшәүе ауыр. Рәшиҙә Мамлееваның 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы бар, шуның 20 йылын баш бухгалтер булып эшләгән. Тормош иптәшем вафат булғас өйҙә толҡа тапмайым, үҙемде кәрәкле итеп тойғом килә, ти ул.

Вакансиялар йәрминкәһендә ашнаҡсылар, водителдәр, участка мастерҙары, һатыусыларға һорау бар. Хаҡлы ялдағыларға юғары хеҙмәт хаҡы тәҡдим ителә тип әйтеп булмай. Уртаса 13 мең тирәһе. Бик тырышҡанда 30 мең һумлыҡ эште лә табырға мөмкин. Был осраҡта ойошманың талабына яраҡлашыу талап ителә. Ә өлкән йәштәгеләрҙең күбеһе көн аша йәки график буйынса эшләргә теләй. Алда баҡса миҙгеле, унан ейәндәр ҡарашырға, поликлиникаға барырға һәм башҡа сәбәптәр.

Сергей Кириенко, предприятие директоры: «Беҙ кеше менән эшләй белгән, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәргә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Йәш, енес мөһим түгел. Тәжрибә, оҫталыҡ һәм теләк кәрәк».

Әлбиттә, бөтә предприятиеларҙа ла түгел. Йәшлек дәрте, көс талап ителгән һөнөрҙәр ҙә күп. Әммә мәшғүллек үҙәге өлкән йәштәгеләргә лә борсолмаҫҡа кәңәш итә. Үҙ һөнәрең буйынса эш тапмағанда башҡа йүнәлештәр буйынса курстар үтергә, уҡырға мөмкин. Вакансиялар йәрминкәһенән тыш сайтта ла мәғлүмәт һалына һәм яңыртылып тора.

Арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә тигән һымаҡ, шулай ҙа өлкән йәштәгеләр ҡартлыҡ көндәрен алдан хәстәрләргә кәңәш итә. Хәлдән килгәнсе эшләргә кәрәк, был үҙеңде формала тоторға булышлыҡ итә. Әммә сит илдәрҙәге һымаҡ олоғайғас сәйәхәт итеп кенә йәшәргә уйлаһаң аҡсаны йыйып барыу мотлаҡ.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова