«Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабында изоляциялағы оло йәштәгеләрҙән шылтырытауҙар ҡабул ителә

Мохтаждарға ярҙам. «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабында изоляциялағы оло йәштәгеләрҙән шылтырытауҙар ҡабул ителә. Ҡыҙыу элемтә телефондарында 3 кеше даими бәйләнештә.

Юғары әҙерлек тәртибенә индерелгән һуңғы төҙәтмәләр буйынса Башҡортостанда 60 йәштән ололар коронавирустан һаҡланыу өсөн өйҙә ҡалырға тейеш. Уларға ярҙамға ирекмәндәр килә. Колл-үҙәктә ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр буйынса  йәмәғәтселек вәкилдәре уларҙың фатирҙарына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар илтә.

Квитанцияларын түләй йәки вакциналау пункттарына оҙатып бара. Күп кенә ирекмәндәрҙе оло йәштәгеләрҙе тәрбиләү буйынса тәжрибәһе ҙур. Үҙ ихтыяры менән ярҙамға ашығыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре, төрлө йәш төркөмдәренә ҡараған замандаштарыбыҙ бар.

Фото №1 - «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабында изоляциялағы оло йәштәгеләрҙән шылтырытауҙар ҡабул ителә

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ