Өфө ҡалаһында йәшәүсе Венера һәм Ғимаҙи Исҡужиндар алтын туйҙарын билдәләй

50 йыл бергә. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Венера һәм Ғимаҙи Исҡужиндар алтын туйҙарын билдәләй. Ғүмер буйы заводта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт алдынғылары әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә,  картиналар төшөрә,  ҡорама юрғандар тегә. Бәхетле пар оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итеүҙең серҙәрен дә белә. Улар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ғаилә тормошо ла ошо ҡорама юрған һымаҡ, төрлө мәлдәрҙән тора. Һөйөнөстәр менән тулы сағыу миҙгелдәр ҙә, көйөнөстәр килтергән төҫһөҙ көндәр ҙә. Тик ҡорама һымаҡ яҙмышты яңынан ҡороп булмай, тәүҙән үк  аҡыл менән эш итеү мотлаҡ,  тормоштағы һәр аҙымың, һәр ҡарарың үҙ ҡулыңда, ти Венера Исҡужина.

Исҡужиндар фекеренсә, бер-береңде хөрмәт иткәндә, тыңлай, ишетә белгәндә бар  һынауҙарҙы ла еңеп сығырға мөмкин. Шул ваҡытта һөйөү хисе лә юғалмай, йылдар үткән һайын тәрәнәйә, көсәйә генә бара. Өфө моторҙар эшләү заводына эшкә килеп кисә генә танышҡан һымаҡ инек, 50 йылдан ашыу ғүмер уҙған, ти Исҡужиндар.

 50 йыл, ярты быуат, алтын туй.  Бер ҡараһаң оҙайлы ваҡыт та түгел һымаҡ, әммә кеше  хаҡында һүҙ барғанда тотош бер ғүмер, уға йәшлек хәтирәләре лә,  мөхәббәт тарихы ла, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тыуыу ҡыуаныстары ла, хеҙмәт ҡаҙаныштары ла һыйған. Һәр береһе яҡын, ҡәҙерле.  Венера Исҡужина бәхетле миҙгелдәрҙе хәҙер үҙенең картиналарында сағылдыра. Йәш саҡта ваҡыт етмәй, әле күңелгә ҡәнәғәтлек килтергән шөғөлгә тотонорға мөмкин, ти оҫта ҡуллы ханым.

Венера Шәймөхәмәт ҡыҙы Әлшәй районынан, Дим буйы ҡыҙы. Уның картиналарында йыш ҡына тыуған яғының тәбиғәте сағылыш таба. Ғимаҙи Исҡужин  иһә тормош иптәшенең ижад иткәнен күҙәтеп торорға ярата, уға бигерәк тә ауыл мотивтары яҡын, үҙенең тыуған төйәге-Йылайыр киңлектәрен иҫкә төшөрә.

Алтын туйҙарын билдәләгән Венера һәм Ғимаҙи Исҡужиндар ғаилә ҡиммәттәрен үҙҙәренең ҡыҙҙарына ла төшөндөрә алған. Ата-әсә өсөн балаларҙың бәхетле тормошон күреүҙән дә олораҡ шатлыҡ юҡ. Тимәк, бушҡа йәшәмәгәнбеҙ, лайыҡлы киләсәк тәрбиәләгәнбеҙ, ти улар.

Фото №1 - Өфө ҡалаһында йәшәүсе Венера һәм Ғимаҙи Исҡужиндар алтын туйҙарын билдәләй

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ