Баш ҡалала янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары дауам итә

 Бөгөн Өфөнөң янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса дәүләт инспекторҙары граждандарҙы яҡлау идаралығы, янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре Киров районына сыҡты. Төп иғтибар шәхси торлаҡ хужалыҡтарына һәм авария хәлендә ҡалған йорттарға йүнәлтелде.

Янғын хәүефһеҙлегенә бәйле аңлатыу эштәре алып барып, электр сымдарының, мунса мейестәренең төҙөклөгөн дә тикшерҙе. Һуңғы рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, йыл башынан Өфөлә теркәлгән ике меңгә яҡын янғында 34 һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡтарға башлыса кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпсе.

Фото №1 - Баш ҡалала янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары дауам итә

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ