Өфөнөң был районы күп ҡатлы йорттар һәм шәхси секторға бүленеүе менән үҙенсәлекле. Ҡала ерендә иҫәп алыу уңайлыраҡ булһа, Нижегородка биҫтәһенең ауыл урамдарында әҙерәк ҡатмарлыҡтар бар, ти иҫәпселәр.
Ауыл халҡы бер береһен, иҫәпселәрҙе лә яҡшы белгәнлектән кампания ойошҡан рәүештә үтә. Ә бына ҡала шарттарында, айырыуса шәхси секторҙа йәниҫәп алыу мәшәҡәттәр тыуҙыра. Эльвинаға йорт хужаларын осратыу өсөн бер нисә ҡаршылыҡ үтергә тура килә. Тәүҙә ете йоҙаҡҡа бикләнгән ҡапҡалар, асыулы эттәр һәм береһен дә күрергә теләмәгән хужалар үҙҙәре.
Ә бит иҫәпселәргә ярты меңдән ашыу кеше тураһында мәғлүмәт туплау талап ителә. Нижегородка биҫтәһендә генә алты участка эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, был биләмәлә теркәлгән халыҡтың 60 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Иҫәпселәрҙе йорттарына индерергә теләмәүселәр, йәки киреһенсә, уларҙы көтөп ала алмағандар иҫәп алыу учаскаһына барып та үҙе тураһында мәғлүмәттәр бирә ала.
Халыҡ иҫәбен алыу илдә йәшәгән кешеләр һанын шутлау ғына түгел. Кампания һөҙөмтәләре ун йылға алға ҡарау, иҡтисад, социаль өлкә, үҫеш йүнәлешен коррекциялау мөмкинлеге бирә. Шуға күрә һәр кем үҙ йәшәгән йорто, ил киләсәге өсөн яуаплы.
Айнур Кәбиров







