Мәҙәни-мәғариф сараһынан республика учреждениелары ла ситтә ҡалманы. Мәжит Ғафури йорт-музейына килеүселәр Башҡортостандың беренсе шағирының шәхси әйберҙәре, архив материалдар менән танышып ҡалмай, опера башҡарыусыларының сығышын да тыңланы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Рәми Ғарипов шиғырына композитор Абрар Ғабдрахманов ижад ителгән йыр тарихи йорт эсен яңғыратты. Учалы ҡыҙы Эльвина Әхмәтханованың был төр композицияны Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры йорт-музейында тәүгә башҡарыуы.
Ғөмүмән, юғары сәнғәт серҙәренә төшөнгән ҡыҙҙарҙың Мәжит Ғафури йорт-музейында беренсегә сығыш яһамай. Тарихи бина ла үҙенсәлекле аккустик сәхнә лә булып тора. Йыр-моңдоң бында йылдар буйына тынмауын шағирҙан ҡалған пианиноға ҡарап та төҫмөрләргә мөмкин. Ул Мәжит Ғафуриға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелгәндән һуң, 1923 йылда Мәғариф министры тарафынан бүләк ителә. Бөгөн йортта шағирҙың вариҫтары йыш ҡына махсус уҡыуҙар үтә.
Бөгөн һәр композиция ла өйрәнелгән. Студенттар тауышы менән яҙҙырылған йырҙар музей фондында һаҡлана. Әйткәндәй, сара Бөтә Рәсәй сәнғәт төнө сиктәрендә, Милли әҙәбиәт һәм Мәжит Ғафури йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолдо. Быйыл ул «Сәнғәт беҙҙе берләштерә» девизы аҫтында үтте.
Акция, ғөмүмән, рух күтәренкелегән тыш, мәғлүмәти яҡтан да бай булды. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының тормош һәм ижад юлына бәйле тос фекерҙәр әйтелде. Миҫал итеп фотоһүрәттәр, архив документтар ҡулланылды. Шулай уҡ йорт-музейға килеүселәр һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашты.
Азат Ғәлиуллин




