Ойоштороу кимәлен тикшереү маҡсатында республикаға донъя волейбол федерацияһы директоры Стивен Тонн һәм «Волейбол-2022» нең ойоштороу комитеты етәксеһе Роман Станиславов килде. Инспекция сәфәре барышында улар инфраструктура мөмкинлектәре менән яҡындан танышты.
Башҡортостандың баш ҡалаһында турнир «Өфө-Арена» боҙ һарайында үтергә тейеш. Чемпионат майҙансыҡтарының тулы исемлеге декабрь аҙағында раҫлана.
Республика хөкүмәтендә төбәк ойоштороу комитетының сираттағы ултырышы үтте. Уға хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслек итте. Башҡортостандың баш ҡалаһында Франция, Германия, Словения һәм Камерун йыйылма командаларының уйындарын уҙғарыу ҡарала. Әле Өфөгә атап үтелгән командаларҙың көйәрмәндәрен килтереү мөмкинлектәре өйрәнелә. Турниҙы киләһе йылдың август аҙаҡтарында уҙғарыу күҙаллана.
Рафиҡ Әхмәтшин




