Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Иғмәт ауылында йәшәгән 6 йәшлек малай һыуға батҡан. Билдәле булыуынса, ҡазаға тарыусы дуҫы менән урындағы быуа буйында уйнап йөрөгән булған.
Ҡапыл балаларҙың береһе һыу төбөнә китә. Иптәше шунда уҡ ярҙам артынан ауылға йүгерә. Һуңынан малайҙың һыуҙағы кәүҙәһен ата-әсәһе сығара. Әле фажиғәле осраҡ буйынса тикшереү башланған.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы көндәрҙә республикалағы йылға-күлдәрҙең ситтәре боҙ менән ҡаплана башланы. Әммә ул әлегә ышаныслы түгел. Шуға ла белгестәр республика халҡын һыу буйҙарында һаҡ булырға саҡыра.




