Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге Владимир Куликовты һуңғы юлға оҙатты

Билдәле дәүләт эшмәкәре менән хушлашырға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтары, туғандары, дуҫтары килде.

Владимир Куликовтың бөтә ғүмере Стәрлетамаҡ менән бәйле. Ул 1966 йылда ошо ҡалала донъяға килә һәм Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡыған йылдарҙа ғына Стәрлетамаҡтан айырылып тора. Әммә диплом алыу менән кире тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Тәүҙә «Авангард» заводында эшләй, ә 1992 йылда ҡала хакимиәтенә эшкә күсә. 2016 йылдың ноябренән 2021 йылдың октябренә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙен һөнәренең оҫтаһы, эшлекле идарасы итеп күрһәтте, тине Радий Хәбиров. Владимир Куликов 4 ноябрҙә 55 йәштә ауыр сирҙән вафат булды. Республика башлығы Владимир Ивановичтың исеменә мәңгеләштереү бурысын да ҡуйҙы.

Хушлашыу минтингында сығыш яһаусылар билдәләүенсә, Владимир Куликов Стәрлетамаҡ ҡалаһының ысын патриоты була һәм тыуған ҡалаһының йөҙөн яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн күп көс һала. Ҡалалағы күп кешеләрҙе танып белә, осрашҡанда хәлдәрен һорашмайынса ҡалмай.

Владимир Иванович тормош иптәше һәм өс улы өсөн дә ныҡлы таяныс, терәк була, балаларын лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар бирә. Беҙ дауаханала бергә дауаландыҡ. ул өс аҙна буйы мәкерле сир менән көрәште, һуңғы көндәренә тиклем һауығыуға өмөтөн өҙмәне, рухи ныҡлыҡ һаҡланы, тине Татьяна Куликова. 

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге Владимир Куликовты һуңғы юлға оҙатты

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ