Силәбе өлкәһе – Рәсәйҙә йәшәүсе башҡорттар һаны буйынса Башҡортостандан һуң икенсе төбәк. 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре күрһәтеүе буйынса, төбәктә 160 меңдән ашыу милләттәшебеҙ көн итә.
Иң күп башҡорттар йәшәгән ҡала – Магнитогорск, Силәбе, шулай уҡ Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары.Силәбелә йәшәүсе башҡорттарҙың 90 проценты үҙ телен белә һәм балаларына ла әсә телен, тарихын һәм мәҙәниәтен ныҡлап өйрәтеү яғында.
Силәбе өлкәһендә 6 284 иҫәп алыусы эшләй. Улар өйҙән-өйгә йөрөп, кешенең үҙе, йәшәйеше тураһында мәғлүмәттәр туплай, шулай уҡ стационар участкаларҙа ла ҡабул итә. Һорауҙар һаны – 33.
Кеше үҙен ниндәй милләт вәкиле тип иҫәпләй, тигән графала, мәҫәлән, иҫәпкә алыныусы тейешле вариантты үҙе билдәләй. Ләкин ата-бабаларҙан изге мираҫ итеп тапшырыла килгән нәҫел-нәсәп һәм телгә ҡағылышлы пункт айырыуса иғтибарлыҡ талап итә, сөнки ул заманабыҙ ғына түгел, ә киләсәкте билдәләр мөһим мәл икәнен Силәбе башҡорттары яҡшы аңлай.
Мейәс – Силәбе өлкәһенең халыҡ һаны буйынса 4-се ҡала, өлкә әһәмиәтендәге ҡала. Бында урындағы башҡорттарҙан тыш, заманында төбәктең данлыҡлы «Урал» автозаводы һәм башҡа сәнәғәт предприятиеларына эшкә төшкән бихисап милләттәштәребеҙ көн итә. Улар балаларының туған телдә белем алыуҙарына, тарихты өйрәнеүенә ыңғай ҡарашта.
Ата-әсәләр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тырышлығы менән ҡаланың балалар баҡсаларында башҡорт теле өйрәнелә, йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Ғөмүмән, Силәбе өлкәһендә йәшәүсе башҡорт балаларының байтағына туған телен өйрәнеү өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырылған.
Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәр Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, төбәктең 174 ауылында һалйот, таҙлар, бәкәтин, һыҙғы ырыуы, Салауат тоҡомо әйле, табын башҡорттары көн итә. Улар бөгөн дә ата-бабалар васыятын ныҡлы тотоп, нәҫел шәжәрәһен быуындан-быуынға тапшыра килә.
XVII-XIX быуаттарҙа силәбе башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә тау заводтары һәм ҡәлғәләр төҙөлә башлай. Эҫем, Сыбаркүл, Йүрүҙән һәм башҡалар. Шулар иҫәбенән Силәбе ҡәлғәһе 1736 йылда башҡорт тарханы Таймаҫ Шәһимов рөхсәте менән һалына.
Силәбе башҡорттары ата-бабалар тарихын, ғөрөф-ғәҙәт һәм мәҙәни мираҫын ныҡлы һаҡлай. Арғаяш башҡорт халыҡ театры – Башҡортостандан ситтә эшләүсе берҙән бер башҡорт театры. Үҙенең өс тиҫтәнән ашыу ижади эшмәкәрлек осоронда театр өлкә һәм төбәк конкурстарында бер тапҡыр ғына лауреат исемен яуламаған. «Көньяҡ Уралдың атҡаҙанған коллективы» исемен йөрөткән сәнғәт усағы бөгөн дә йәш ижадсылар менән тулыланыуын, сәхнәгә яңынан-яңы әҫәрҙәр сығарыуын дауам итә.
Гөлдәр Сафина







