Оло Толпаҡ күлендә сәнәғәт проектарын тормошҡа ашырыуға юл ҡуйылмаясаҡ

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында белдерҙе. 

Төбәктәге иң ҙур күлдәрҙең береһе районда йәшәүселәр өсөн генә түгел, Өфө халҡының да яратҡан ял итеү урыны. Бында Ҡыҙыл китапҡа ингән флора һәм фауна бар.

Әммә һуңғы йылдарҙа һыу ятҡылығын табыш алыу маҡсатында ҡулланырға теләүселәр арта. Урындағы халыҡ һыу ятҡылығында файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәртеүгә ҡаршы сыҡты. Эштәрҙе башҡарыусы «Ибраһим» йәмғиәте вәкилдәре ваҡытында кешеләрҙе алдап ҡултамға йыйыу ойошторған булған. 

Осрашыу ваҡытында Азат Баҙранов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың позицияһын еткерҙе – күл ярында сәнәғәт предприятиелары булмаясаҡ. Ниндәйҙер эшмәкәрлек алып барылған хәлдә лә ул ял итеү, туризм өлкәһе объектары буласаҡ.

Халыҡ менән осрашыу һөҙөмтәһе буйынса тейешле документтар төҙөлдө. Уның нигеҙендә күл тирәһендә сәнәғәт эшмәкәрлеген туҡтатыу һәм күлгә махсус ҡурсаулыҡ статусы биреү мәсьәләһе хәл ителәсәк.

Фото №1 - Оло Толпаҡ күлендә сәнәғәт проектарын тормошҡа ашырыуға юл ҡуйылмаясаҡ
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ