Көҙгө йәрминкәләр дауам итә...

Бөгөн сауҙа майҙандарында ҡалала йәшәүселәргә арзаныраҡ хаҡҡа сифатлы ауыл хужалығы тауарҙарын һатып алыу мөмкинлеге бирелде. Баҙар хаҡтары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин таныштыра.

Иртәнге сәғәт булыуға ҡарамаҫтан, Өфөнөң Дим биҫтәһендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәһендә йәнлелек күҙәтелә. Ҡала һәм ҡунаҡтарына урында йәнең теләгән продукцияны һатып алыу мөмкинлеге бирелде.

Тауар төрлөлөгө менән бергә, хаҡтарҙың да бер кимәлдә булмауы күҙәтелде. Емеш-еләктән айырмалы, йәшелсә ҡиммәтерәк тип әйтергә кәрәк. Кушнаренко районынан килтерелгән картуф, кәбеҫтә, кишерҙең бер килограммы 40 һум менән билдәләнһә, Бүздәк ҡыяры – 150, ә Бөрө алмаһы 90 һумға һатылды.

Дим районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көҙгө йәрминкәләр ҡышҡы һыуыҡтар төшкәнсе дауам итәсәк. Унан һуң ит продукциялары һатыуға сығыр тип көтөлә. Әйткәндәй, бөгөнгө баҙарҙа кәзә дебетенән һуғылған шәлдәрҙе, һарыҡ йөнөнән баҫылған быймаларҙы ла тап итергә мөмкин ине.

Һатып алыусыларҙың ҡайһылары хатта хаҡына ла ҡарап тормай. Иң мөһиме – продукция сифатлы булһын, тигән фекерҙә улар. Тик етештереүселәрҙән клиенттар табыу, хатта йәрминкәлә урын алып өлгөрөү өсөн дә йылғырлыҡ талап ителә.

Ғөмүмән, көҙгө йәрминкәләр республиканың барлыҡ район-ҡалаларында дауам итә. Аҙна һайын шәмбе, йәкшәмбе көндәрендәй эшләй. Баш ҡалалаға ғына йәрминкә һигеҙ нөктәлә урынлашҡан.

Фото №1 - Көҙгө йәрминкәләр дауам итә...

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ