Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн көҙгө каникул оҙайтыла. Коронавирус таралыуын сикләү буйынса оператив штаб ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителгән. Көҙгө каникул 14 ноябргә тиклем оҙайтыла. Уның ҡарауы, балалар баҡсалары бөгөндән ғәҙәти тәртиптә эшләй башлай. Юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары бөгөндән ситтән тороп уҡыуын дауам итә.







