Республика менән идара итеү үҙәгенә Жилин ауылы янындағы контейнер майҙансығына күрше ауылдарҙан да сүп-сар килтереүҙәре тураһында хәбәр иткәндәр. Әле проблеманы бөтөрөү өҫтөндә эш бара. Йыл аҙағына тиклем Жилин һәм Нуғай ауылдарында 8 контейнер майҙансығы урынлаштырыла. Йылҡыбай, Самохвалов, Федоровка һәм Карпов ауылдарында ла ошондай уҡ проблема, халыҡ сүп-сар сығарыу урындары етешмәүгә зарлана.







