Республика башлығы Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районында тәбиғәт байлыҡтары менән файҙаланыусылар эшмәкәрлеген тикшерергә, етди контролгә алырға ҡушты. Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән көнүҙәк темалар менән БЮТ канаылы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Радий Хәбировтың позицияһы ҡәтғи. Ҡырмыҫҡалы районындағы Оло Толпаҡ күле янында бер ниндәй ҙә карьер эштәре алып барылмаясаҡ. Ведомство-ара комиссия һыу ятҡылығына айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын бирергә тәҡдим иткән. Был урындағы халыҡ өсөн еңеүгә тиң ҡарар.
Билдәле булыуынса, «Ибраһим» предприятиеһы 2015 йылда уҡ сәнәғәт эшкәртеүе алып барыуға лицензия алған булған. Республика етәксеһе билдәләүенсә, был күренешкә бөтөнләй юл ҡуйырға ярамай ине. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙрановҡа проблеманы юридик яҡтан хәл итеү бурысы ҡуйылды. Шул уҡ ваҡытта төбәктең Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының был йүнәлештә һүлпән эшмәкәрлек алып барыуы тәнҡитләнде.
Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия Ҡырмыҫҡалы районын тулыһынса контролгә аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Өфө, Иглин һәм башҡа райондар иғтибар үҙәгенә эләгә. Оператив кәңәшмә барышында халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү бурысы ла билдәләнде.
Алдағы өс йылда төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу системаһын индерергә кәрәк. Ошо маҡсатта өҫтәмә 22 мең контейнер һатып алыу ҡаралған. Ҡыш яҡынлашыу менән юлдарҙа тәртип булдырыу ҙа мотлаҡ. Радий Хәбиров райондарҙа коммуналь техникаға ихтыяж юғары булыуын белдерҙе.
Быйыл инфраструктура милли проекттары буйынса республикала ике миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, 180 саҡрым автомобиль юлы ремонтланған, уҙған аҙнала ғына Өфөнөң Көньяҡ өлөшөндә өҫтәмә күпер файҙаланыуға тапшырылды. Оператив кәңәшмә барышында «Демография», «Мәғариф», «Мәҙәниәт», «Һаулыҡ һаҡлау» йүнәлештәре буйынса ла йыл дауамында башҡарылған эштәр барланды.
Был аҙнала халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамлана. Әлегә Башҡортостанда дүрт миллионға яҡын кеше анкета һорауҙарына яуап биргән. Ҡатнашыусылар һаны буйынса ил кимәлендә юғары күрһәткестәрҙең береһе, республика тәүге ун төбәк исемлегендә. Билдәле булыуынса, һәр унынсы кеше «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша үҙаллы гражданлыҡ позицияһын күрһәткән. Халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге оператив һөҙөмтәләре декабрҙә билдәле буласаҡ.
Радий Хәбиров халыҡ иҫәбен алыуҙы ойошҡан рәүештә тамамларға ҡушты. Шул уҡ ваҡытта коронавирус менән дә көрәш дауам итә. Аяуһыҙ сир сигенергә уйламай, шуға күрә вакцинация темптарын арттырыу мотлаҡ. Республика етәксеһе ауһыҙ сиргә ҡаршы алғы һыҙыҡта булған табиптарға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
Бөгөн төбәктең инфекция госпиталдәрендә алты меңдән ашыу койка урын булдырылған, уларҙың яҡынса биш меңе кислородҡа тоташтырылған. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, дауахналарҙа медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, шәхси һаҡлау һәм дезинфекция сараларына ҡытлыҡ юҡ, тейешенсә запас тупланған.
Коронавирусҡа бәйле ял тип иғлан ителгән аҙна тамамланып, эш көндәре башланды. Әммә был сикләүҙәр юҡҡа сыҡты тигәнде аңлатмай. Улар ғәмәлдә ҡала. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров контролде көсәйтергә ҡушты. Шул уҡ ваҡытта ҡәтғи саралар көсәйтелә. 1 декабрҙән вакцинация тураһында сертификатһыҙ шифахана, профилакторийҙарға ла юл ябыла.
Гөлназ Хәйбуллина




