Бөгөндән ковидҡа ҡаршы вакциналаныусыларға яңы төрҙәге сертификат бирелә

COVID-19 сиренән прививка яһатыусылар өсөн берҙәм белешмәне Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған.

Документта вакцина эшләтеүсе гражданин тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелә. Уның паспорты, йәшәгән урыны күрһәтелә. Ҡайҙа һәм ниндәй вакцина ҡуйҙыртыуы яҙыла. Сертификат ҡағыҙҙа һәм электрон вариантта ла була. 8 ноябргәсә алынған справкалар киләһе йылдың 22 мартына тиклем автомат рәүештә алыштырыла.

Фото №1 - Бөгөндән ковидҡа ҡаршы вакциналаныусыларға яңы төрҙәге сертификат бирелә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ