Һигеҙ меңдән ашыу вакцина яһатылған

Рәсәй тимер юлсылар дауаханаһының 1-се поликлиникаһында медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү һаулыҡ һаҡлау министрлығы планына ярашлы башҡарыла. Дауалау учреждениеһы эшмәкәрлеген ентекләберәк БЮТ канаылы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Фәрзәнә Хафизованың пациенттарына оҙон сираттарҙа ултырып, аҙналар буйы пцр һөҙөмтәләрен көтәһе түгел. Бөтәһе лә ошо бүлмәлә тиҙ һәм сифатлы башҡарыла.

Көнөнә һикһәнгә яҡын анализ Республика онкология диспансерына ебәрелә. Улар тәүлек эсендә эшкәртелеп, һөҙөмтәләре билдәле була. Ковид -19 инфекцияһы менән зарарланыусыларға ла анализдар тапшырыу өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған .

Зөлфиә Әхтәмова, Рәсәй тимер юлсылар дауаханаһының клиника һәм эксперт эштәре буйынса баш табибы урынбаҫары

Яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыуcы пациенттарҙың танауынан һәм тамаҡ төбәнән ПЦР-тестарға анализ алабыҙ. Тикшеренеүҙәрҙе маршрут ҡағыҙҙары буйынса поликлиникаларға йүнәлтәбеҙ. Ай элек экспресс-ПЦР тестар ҙа үткәрә башланыҡ. Уларҙың 98 проценты теүәл.

Башлыса тимер юлында эшләүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе 1-се поликлиникаға 21 000 кеше беркелгән. Зәйнәб Килдина – тимер юлы хеҙмәткәре. Ул башта терапевтҡа күренде. Ҡан баҫымы һәм сатурация хаҡында белешмә теркәлгәндән һуң, прививка эшләтеү кабинетына юлланды. Ханым, ковид-19 инфекцияһына ҡаршы көрәштә вакцина – иң һөҙөмтәле һәм ышаныслы ысул, тип иҫәпләй.

Елена Докучаева ай элек ковид инфекцияһын үткәргән. Хәле бер аҙ яҡшыра төшкәс, терапевтҡа күренгән. Ул да башҡа пациенттар кеүек 10 көн дауамында көндөҙгө стационарҙа һаулығын нығытасаҡ.

Тимер юлсыларҙың 1-се поликлиникаһында ОМС, ДМС һәм түләүле нигеҙҙә дауалау процедуралары уҙғарыла.

Поликлиника шарттарында пациенттарға көндөҙгө стационарҙа реабилитация үтеү мөмкинлеге лә булдырылған. Аҙна-ун көн эсендә иғтибарлы табиптар һәм шәфҡәт туташтары пациенттарға тиҙерәк һауығып аяҡҡа баҫырға ярҙам итә.

Фото №1 - Һигеҙ меңдән ашыу вакцина яһатылған

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ