«Сүп» реформаһы башланғандан алып Шаран районында 440 контейнер ҡуйылған

Райондың ауыл биләмәләре иҫкергән тимер һауыттарҙы алыштырыу буйынса эште «Экология Т» төбәк операторы менән берлектә 2020 йылдың декабрендә башлаған. Заманса контейнерҙар евро өлгө буйынса эшләнгән.

Тәгәрмәстәре, ҡапҡасы һәм уны асыу өсөн педале бар. Октябрь аҙағында районға тағы 110 евроконтейнер килтерелгән. Уларҙы урынлаштырыу менән реформа буйынса контейнерҙар яңыртыу тамамлана. Районда көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу өсөн махсус контейнерҙар бар. Полиэтилен һәм аллюмин һауыттар өсөн контейнерҙар 60 майҙанға ҡуйылған.

Фото №1 - «Сүп» реформаһы башланғандан алып Шаран районында 440 контейнер ҡуйылған

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ