Башҡортостан проекты социаль әһәмиәтле Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Йәмәғәт палатаһы башланғысында ойошторолған сараға йәмғеһе ике меңдән ашыу заявка ҡабул ителә. 13 төр номинация араһынан «Милләт-ара татыулыҡ. Йәмәғәт дипломатияһы» тип исемләнгәненә Башҡортостан вәкиле лайыҡ була.

Азамат Таһировтың конкурсҡа тәҡдим иткән эше мигрант балаларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу, уҡыу-уҡытыу кеүек мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Замандашыбыҙ 200 мең һумлыҡ грантҡа эйә булған.

Башҡортостан, мәғлүм булыуынса, 130-ҙан ашыу милләтте һыйындырған төбәк. Шуға ла мин тәҡдим иткән социаль проект беҙҙең республика өсөн дә бик тә мөһим ҡала. Ул мигранттарҙы уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрен күҙ уңында тота. Ғөмүмән, Рәсәй йәмәғәт палатаһы конкурсында Башҡортостандың беренсегә ҡатнашып еңеү яулауы оло мәртәбә.

Азамат Таһиров, грант алыусы
Фото №1 - Башҡортостан проекты социаль әһәмиәтле Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ