Тантана ауыл халҡы, ситтән килгән ҡунаҡтар ҡатнашлығында үтте. Бөгөн төбәктә барлығы 35 имен йорто эшләп килә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Иҫке Тимкә ауылындағы «Нур» мәсетен асыу сараһынан олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалманы. Исеме есеменә тап килә. Көндөң ел-ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, тантанаға халыҡ күпләп йыйылды.
Тантанала билдәләнеүенсә, ярты быуат элек Рәсәйҙә барлығы 340 мәсет иҫәпләнгән. Уларҙың 16-ы республикала теркәлгән булған. Бөгөн Балтас районында ғына иман йорттары иҫәбе 35-кә еткән. Һәр ҡайһыһында саралара дини ҡанундарға ярашлы үткәрелә, йома намаҙҙарының аҙна һайын ойошторолоуы киләсәккә яҡты өмөт уята, тиелде сарала.
Күркәм саранан һуң, ҡунаҡтар төбәктең башҡа иман йорттарының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Шул иҫәптән, район үҙәге мәсете лә ситтә ҡалманы. Артабан улар ХVIII быуат мәғрифәтсеһе Батырша музейында ла булды. Экспозицияны байытыу, ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеү кеүек һорауҙар күтәрелде.
Азат Ғәлиуллин







