Донъя яңылыҡтары - 15.02.2018

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин рәсми эше булмаған граждандарға килемдәренән 6 процент күләмендә һалым индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Бер үк ваҡытта система ябай һәм уңайлы булырға тейеш, тип билдәләне ведомство башлығы. Һалым индерелгән осраҡта улар ҙа финанс тотороҡлоҡҡа эйә булып, социаль пакет менән файҙала аласаҡ.

ХХХ

Рәсәй пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов Сочи ҡалаһында барған инвестиция форумында 2030 йылға илдәге пенсия түләүҙәре ике ярым тапҡырға артырға тейеш, тип белдерҙе. Был хаҡлы ялдағылар өсөн пенсия уртаса 25 мең һум самаһы буласаҡ тигән һүҙ. Әле социаль түләү йәшәү минимумынан саҡ ҡына юғары.

ХХХ

Ҡушма штаттарҙың Флорида штатында йәнә ғәҙәттән тыш хәл. Парклэнд ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә насар тәртибе өсөн белем усағынан ҡыуылған 19 йәшлек Николас Круз атыш ойоштора. Үҙәк сығанаҡтар яҙыуынса, ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә 17 кеше һәләк булған. Енәйәттә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған.

ХХХ

Флорида штатындағы ҡан ҡойош, йыл башындағы Рәсәй мәктәбендәге ғәҙәттән хәлдәрҙе иҫәпкә алып Дәүләт Думаһы депуттары социаль селтәрҙәрҙе контролдә тотоусы махсус стуктура ойоштороу кәрәклеге тураһында белдерҙе. Сөнки һуңғы арала интернетта үҫмерҙәрҙе енәйәткә өгөтләүсе ойошмалар киң таралды. Роскомнадзор вәкилдәре башланғысты хупланы.

ХХХ

Сейсмологтар Япония ярҙарында доньялағы иң ҙур янартау көмбәҙен тапҡан. Уның диаметры 10 километр, бейеклеге 600 метр самаһы. Белгестәр фекеренсә, вулкан 32 куб. километр магма сығарыу һәләтенә эйә. Киләһе 100 йыл эсендә уның уяныу мөмкинлеге 1 процент тәшкил итә. Шулай ҙа, янартау атылған осраҡта, Японияны бөтөнләй юҡ итеүе ихтимал.

Авторы: Таһир Вахитов