Континенталь хоккей лигаһы "Салауат Юлаев"тың "Трактор"ҙан техник еңелеүе тураһында иғлан итте. Был командалар араһында осрашыу 7 ноябрҙә булырға тейеш ине, әммә юлаевсыларҙың күпләп грипп менән ауырыуы арҡаһында кисектерелде. "Салауат Юлаев" 12 ноябргә тиклем изоляцияға китте. Континенталь лига юлаевсыларҙың техник еңелеүе тураһында белдерҙе, бындай ҡарар Өфө клубының ауырыу таралыуын сикләү өсөн тейешле саралар күрмәүе менән аңлатыла. "Салауат Юлаев" киләһе уйынын 16 ноябрҙә Түбәнге Новгородта "Торпедо" менән уҙғара.




