Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр көсөнә инә

Иртәгәнән гипермаркеттарға һәм майҙаны мең квадрат метрҙан артҡан башҡа ҙур сауҙа урындарына инеү өсөн вакциналау сертификаты, йә ярты йыл эсендә ауырыу үткәреү тураһында медицина ҡағыҙы кәрәк була. Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә оператив штаб ултырышында ошо турала ҡарар ҡабул ителде. Яңы сикләү индереүҙе район һәм ҡала етәкселәре тәҡдим итте. Башҡортостанда  иң ҙур 448 предприятиела хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценты вакциналаныуы тураһында ла белдерелде. Республика башлығы шулай уҡ Өфөлә прививка эшләү урындарын арттырырға ҡушты.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр көсөнә инә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ