Өфө ҡалаһының 450 йыллығы уңайынан яңы объекттар төҙөлә

Байрамға әҙерлек Республика башлығы етәкселегендә кәңәшмәлә ҡаралды. Октябрь районында көрәш үҙәге төҙөлә. Унда федераль һәм халыҡ-ара ярыштар уҙғарыла, спортсылар әҙерләнә. Киров районында иһә Евразия китапханаһы урынлаша. Ҡала юбилейы алдынан шулай уҡ Октябрь революцияһы урамы реконструкциялана. Ундағы биналар ремонтлана, йәйәүлеләр юлы киңәйтелә. Республика башлығы байрам сараларының дөйөм концепцияһын төҙөү, Өфөнө Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә киңерәк танытыу кәрәклеге тураһынде белдерҙе.

Фото №1 - Өфө ҡалаһының 450 йыллығы уңайынан яңы объекттар төҙөлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ