Республикала прививка алырға тейешле халыҡтың 57 проценты коронавирустан вакцина яһатҡан

Был турала Хөкүмәт вице-премьеры - Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Прививканың беренсе компонентын халыҡтың 70 проценты алған. Бер үк ваҡытта кешеләр гриптан да вакцина эшләтә, тине ул.

Республикала прививка алырға тейешле халыҡтың 57 проценты коронавирустан вакцина яһатҡан

Максим Забелин “Спутник Лайт” вакцинаһына бәйле хәлгә лә аңлатма бирҙе. Социаль селтәрҙә был препараттың булмауы тураһында хәбәрҙәр үткән аҙнала таралғайны.

Республикала прививка алырға тейешле халыҡтың 57 проценты коронавирустан вакцина яһатҡан

Республикала  150 урында, шул иҫәптән, мобиль пункттарҙа вакцина яһатырға була. Башҡортостан халҡы бындай нөктәләрҙе арттырыуҙы һорай. Алдан яҙылып, билдәләнгән ваҡытҡа килеп, сиратта тормай ғына прививка эшләтеү мөмкинлеге булһын ине, ти кешеләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышында Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм Өфө хакимиәтенә мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләргә ҡушты.

Фото №1 - Республикала прививка алырға тейешле халыҡтың 57 проценты коронавирустан вакцина яһатҡан
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ