Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы ете тиҫтәнән ашыу йорттоң фасады төҙөкләндерелгән

Дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау программаһына ярашлы, фатир хужаларынан йыйылған аҡсаға быйыл Өфөлә 16 өйҙөң тышҡы йөҙө яңыртылған.

Күләмле эштәрҙең береһе Интернациональ урамы, 115-се йортта башҡарылған. Подрядсы ойошма өйҙөң фасадын төҙөкләндереүгә май аҙағында тотонған. Биш ҡатлы панель өйҙә йәшәүселәр йыш ҡына ҡышҡы миҙгелдә фатирҙарының һалҡын булыуына зарлана.

Шуға ла капиталь ремонт барышында йортто тышҡы яҡтан йылытыуға ҙур иғтибар бүленә. Сөнки иҫәпләүҙәр буйынса, бындай технология фатир хужалары сығымдарын 10 процентҡа тиклем кәметергә булышлыҡ итә.

Фасадтарҙы йылытыу иң ҡиммәтле эштәрҙең береһе. Шуға ҡарамаҫтан ул энергияны һаҡсыл ҡулланырға мөмкинлек бирә. Бар был эштәр ҙә фатир хужалары аҡсаһы. Подрядсы ойошма тарафынан башҡарылған хеҙмәткә биш йыл гарантия бирелә.

Олег Койда, Башҡортостандың капиталь ремонт фонды бүлеге етәксеһе

Йортто тышҡы яҡтан йылытҡанда фасад өсөн пенополистирол һәм минераль мамыҡ ҡулланылған. Һуңынан ул ике ҡат штукатурка менән ҡапланып, сағыу төҫкә буялған. Капиталь ремонт барышында ойошма хеҙмәткәрҙәре кабелдәрҙе йәшергән, подъезға ингән урындарҙы төҙөкләндергән һәм тәҙрә эргәһендәге улаҡтарҙы алмаштырған.

Өйҙәрҙең тышҡы йөҙө ҡаланың дизайн үҙәге белгестәре тарафынан раҫлана. Был беренсе сиратта йорттарҙың бер төҫтә булыуын маҡсат итеп ҡуя.

Егор Шумков, подрядсы ойошма бүлеге етәксеһе
Фото №1 - Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы ете тиҫтәнән ашыу йорттоң фасады төҙөкләндерелгән

Илдар Байбулатов

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ