Иҫәп алыусылар еңел булмаған шарттарҙа эшләй. Ковид менән бәйле улар шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, мәғлүмәт теркәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Башҡортостан төбәктәре мөһим кампанияны үткәреүҙә ойошҡанлыҡ күрһәтә. Халыҡ иҫәп алыуҙың кәрәклеген аңлай, сөнки киләсәктә социаль проекттарҙа яңы һандар менән эш алып барыласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева







