Өфөлә билдәле йәшәү урыны булмаған граждандар прививкалана

Вакциналауға хоҡуҡлы. Өфөлә билдәле йәшәү урыны булмаған граждандар прививкалана. Табиптар фекеренсә, башлыса кеше күпләп йыйылған урындарҙа көн иткән замандаштарыбыҙ пандемия шарттарында үҙҙәрен ҙур хәүеф аҫтына ҡуя.

Бынан тыш, улар коронавирус инфекцияһы сығанағы булыуы ихтимал. Шуға ла уларҙы вакциналауға айырым иғтибар бүленә. Әлбиттә, асарбаҡтар менән эш итеүҙең үҙенсәлектәре лә бар. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортаж.

Республика комплекслы социаль ярҙам үҙәгендә вакциналау алдынан ғәҙәти тикшереү. Аныҡ йәшәү урындары булмаһа ла, улар тәү сиратта кеше. Шуға ла башта температуралары үлсәнә. Сәләмәт икән, сират документтарҙа. Граждандарҙың паспорты һәм ваҡытлыса булһа ла рәсми теркәү үткән урыны булырға тейеш.

Алексей Попов – Дим биҫтәһе егете. Әсәһе фатирын һатып Сочиға күсеү сәбәпле, ул урамда тороп ҡалған. Һалҡындар төшөү менән республика комплекслы социаль ярҙам үҙәгенә һыйынған. Коронавирус инфекцияһы тураһында ишетеп кенә белмәй. Үҙе ауырымаһа ла, яҡындары коронавирус үткәргән.

Республика комлекслы социаль ярҙам үҙәгендә ғәҙәттә 35 кеше йәшәй. Һуңғы статистика мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың 26-һы вакциналанған. Йортһоҙҙарға прививка ҡаҙатыуҙа төп ҡыйынлыҡ документтар менән бәйле. Уларҙың күбеһе шәхес таныҡлығын юғалтҡан. Паспортты яңыртыу өҫтәмә сығым һәм ваҡыт талап итә. Еңел булмаған шарттарҙа йәшәү сәбәпле күптәренең сәләмәтлеге ҡаҡшаған. Вакциналау алдынан поликлиникала уларҙы мотлаҡ рәүештә участка терапевты ҡарай.

Сәләмәтлегендәге сикләүҙәргә бәйле вакцина ҡаҙатырға теләк белдергән Алексей Попов бөгөн прививка эшләтә алманы. Уға махсус белешмә тапшырылды. Табиптар хирургҡа күренергә ҡушты. Йәнә бер айҙан һуң Алексейға 46-сы поликлиниканың вакциналау пункты ишеген шаҡырға тура киләсәк.

Вакциналау социаль ҡатламға ҡарамай. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн был төп шарт, тигән фекерҙә табиптар. Шулай ҙа прививка ҡаҙатыу йәки ҡаҙатмау кешенең үҙ ихтыярында. Ғүмеренең күпселек өлөшөн саф һауала үткәрергә мәжбүр булған замандаштарыбыҙ иһә коронавирустан вакцина ярҙамында һаҡланыу яҡлы булыуын йәшермәй.

Фото №1 - Өфөлә билдәле йәшәү урыны булмаған граждандар прививкалана

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ