Хөкүмәт йортонда уларҙы ойоштороу, медернизациялау һәм реконструкциялауҙы субсидиялау мәсьәләләре өйрәнелде. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, әле республикала 11 индустриаль һәм 18 технопарк эшләй.
Унда 26 меңдән ашыу хеҙмәт урыны булдырылған. Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендә стратегик әһәмиәткә эйә парктарҙы иллегә еткереү бурысын ҡуйғайны.
Хөкүмәт ултырышында күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт уҙғарыуҙы субсидиялау юлдары ла өйрәнелде. Бюджеттан финанстар бүлеү тәртибе яңырыу менән был эште субсидиялау ҡағиҙәләре лә үҙгәрә.
Андрей Назаров әйтеүенсә, программа һөҙөмтәле. Уның үтәлешенә 4 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Уны артабан да дауам итеү өсөн дәүләт ярҙамына төҙәтмәләр индереү шарт.
Айнур Кәбиров




