Һүтергә, йә тергеҙергә! 2018 йылда Бөрөнөң Ленин урамындағы йорттарҙың береһендә янғын сыға, һөҙөмтәлә ун биш ғаилә торлаҡһыҙ ҡала. Ваҡытында төҙөкләндереү эштәре башҡарылмағанға күрә, бина ташландыҡ хәлгә инә.
Зыян күреүселәр билдәләүенсә, урындағы хакимиәт йортто мәҙәни мираҫ объекты тип таныу маҡсаты менән ремонт ойошторорға рөхсәт итмәгән. Өҫтәүенә, хәҙер милеккә хоҡуҡ та юҡҡа сығарылыуы ихтимал. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Исиляевтар ғаиләһе теүәл өс йыл элек янғында «Әсәлек капиталы»на һатып алынған фатирын юғалта. Зыян күреүселәр исемлегендә тағы ла ун дүрт милексе, улар ҙа берҙән-бер йәшәү урынһыҙ ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кем дә квадрат метрҙарын страховкаламаған. Шуға ла бар дәғүәләр Бөрө районы хакимиәтенә еткерелә. Әммә тәүге осорҙа фатир хужаларына йорт биләмәһендә, хатта, төҙөкләндереү эштәре башҡарыу рөхсәт ителмәгән.
Бер быуат элек төҙөлгән йортта ҡасандыр сауҙагәрлек менән шөғөлләнгән Чирковтар ғаиләһе йәшәгән. Һуңынан ул ҡаланың коммуналь фондына күсерелеп, фатирҙарға бүленә. Урындағы хакимиәт янғындан һуң торлаҡты мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерергә ҡарар итә. Әммә экспертиза эштәре оҙаҡҡа һуҙыла.
Быйыл июлдә генә тамамлана. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса торлаҡ дәүләт реестрына ҡабул ителмәй, йәғни тарихи яҡтан ҡиммәте юҡ. Хәҙер милекселәргә төҙөкләндереү эштәре алып барыр урынға судҡа йөрөргә ҡала.
Тик ышаныстар ғына аҡланмаҫ, күрәһең. Ленин урамындағы 10-cы йорт иҫкереүҙән түгел, янғындан зыян күреп, авария хәлендә тип билдәләнгән. Урындағы хакимиәттең позицияһы ла аңлайышлы – ут сығыуҙа ғәйепле кеше бар, компенсацияны тап ул ҡапларға бурыслы.
Зыян күреүселәрҙың барыһы ла бөгөн документтар буйынса янған, көл-күмергә әйләнгән торлаҡта теркәлгән. Фемида был яҙыуҙы ла тиҙҙән юҡҡа сығарыр, күрәһең. Билдәле булыуынса, янғындан һуң мохтаж тип танылған ғаиләләргә ваҡытлыса торлаҡ бүленгән.
Социаль найм буйынса ла килешеү төҙөлә. Күптәр ҡабаттан ипотекаға инеп, өйлө була. Йә ҡуртымға фатир алып йәшәргә мәжбүр. Үҙҙалы урынлаштырылған төтөн торбаһынан сыҡҡан ут ике тиҫтәгә яҡын ғаилә яҙмышында ҡаршылыҡтар өҫтәй. Ғәйепле кеше билдәләнеү менән, унан компенсация талап итеү ҙә мөмкин түгел, гүр эйәһе булған.
Гөлназ Хәйбуллина




