Чемпионат Харьков ҡалаһында уҙасаҡ. Өфөлә Башҡортостан командаһы күнекмәләргә йыйылды. БЮТ каналының ижади төркөмө панкратион буйынса донъя беренселегенә әҙерләнеүселәр менән осрашты.
Көрәш стратегияһы ошолай төҙөлә. Турнирҙа ҡулланып булырҙай алымдар ҡабатлана. Донъяуи форумға Ишембай ҡыҙы, өс тапҡыр рәсәй чемпионы Физалиә Сәғиҙуллина әҙерләнә. Спортсы ҡыҙ бындай күләмле сарала беренсегә сығыш яһаясаҡ.
Физалиә Ишембайҙа йәшәй һәм төп әҙерлек тыуған ҡалаһында үтә. Баш ҡалаға ул команда йыйынына килгән.
Радмир Хәйруллин иһә донъяуи чемпионатта икенсе тапҡыр ҡатанаша. Республика йыйылма командаһы лидеры тәүгеһендә өсөнсө урын алған. Хәҙер инде беренселек өсөн көрәшәсәк.
Команда йыйыны – ҙур күләмле спорт саралары алдынан иң әһәмитәлеһе. Форумға сығыр алдынан тренер атлеттарға ауыр күнекмәләр бирә. Маҡсат- спортсыларҙы ярышҡа юғары кимәлдә әҙерләү.
Киләһе аҙнала республика спортсылары Харьков ҡалаһына юллана. Унда яҡташтарыбыҙ донъяуи чемпионат миҙалдары өсөн көрәшәсәк.
Рәмилә Исмәғилева




