Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында төҙөкләндереү өсөн субсидия биреү тәртибе ҡаралды. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, 2052 йылға тиклем бөтә 17 меңдән ашыу йорт тәртипкә килтерелергә тейеш. Андрей Назаров программаны дауам итеү һәм ремонт сифатын яҡшыртыу мөһимлеген белдерҙе.
2022 йылда 714 күп фатирлы йортта капиталь ремонт планлаштырылған.







