Радий Хәбиров халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты

Бының өсөн ул Дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталын файҙаланған. Электрон иҫәп алыуҙа үҙе, ғаиләһе һәм шәхси хужалығы тураһында мәғлүмәт биргән. Рәсәй гражданы булыуым менән ғорурланам, уны алмаштырырға йыйынмайым. Йәниҫәп алыуҙа башҡорт булараҡ үҙем һәм ике малайым теркәлде. Туған телдәрем башҡорт һәм рус теле, шулай уҡ төрөк һәм инглиз телдәрен беләм. Халыҡ иҫәбен алыу бик мөһим. Был ресурстарҙы дөрөҫ бүлеү, халыҡтың йәш, белем, һөнәри мөмкинлектәрен аңлау йәһәтенән әһәмиәтле. Һәр 10 йыл һайын һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелә. Шуның өсөн дә алынған мәғлүмәттәр бик тә кәрәкле.   Ҡаҙнанан бүленгән һәр һум юғары һөҙөмтәле һәм йәшәйеш өсөн ярҙам итергә тейеш. Барығыҙҙы ла ошо компанияла мотлаҡ ҡатнашырға саҡырам тип билдәләй Республика етәксеһе.

Фото №1 - Радий Хәбиров халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ