Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы дауам итә

Был мөһим сарала һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип иҫәпләй Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, география фәндәре кандидаты Зәкирә Латыпова. Йәниҫәп һөҙөмтәләре халыҡ өсөн кәрәкле дәүләт ҡарарҙары, программалар ҡабул итергә мөмкинлек бирә, ти ул.

Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы дауам итә

Республикала 4 миллионға яҡын кеше халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙәге ун төбәк исемлегендә. Эпидемиологик хәлгә бәйле, Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәниҫәптә ҡатнашыумөмкинлеге 14 ноябргә тиклем оҙайтылды.

Фото №1 - Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы дауам итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ