Республикала йыл башынан 3 мең самаһы авария булған

Уларҙа 353 кешенең ғүмере ҡыйылған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Севастьянов белдереүенсә, быйыл 11 меңдән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынған.

Республикала йыл башынан 3 мең самаһы авария булған

Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, юлдар һалына һәм төҙөкләндерелә. Әммә юл-транспорт ваҡиғалары кәмемәй. Хәлде баһаларға һәм кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк, тине ул.

Республикала йыл башынан 3 мең самаһы авария булған

Башҡортостанда федераль трассаларҙа фотовидеотеркәү ҡоролмалары арттырыла. Киләһе йылдан улар 3 саҡырым һайын ҡуйыла. Камераларҙың дөйөм һаны 2 меңгә еткерелә. Радий Хәбиров фекеренсә, юлдағы аварияларҙы  кәметеү маҡсатында халыҡ араһында аңлатыу эшен дә көсәйтергә кәрәк.

Фото №1 - Республикала йыл башынан 3 мең самаһы авария булған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ