Коронавирустан тағы 35 кешенең ғүмере ҡыйылған

Республикала коронавирус йоҡтороусылар 93 меңгә яҡынлаша. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, 92 мең 864 кешегә “ковид-19” диагнозы ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә 676 кешелә вирус раҫланған, 35 үлем осрағы теркәлгән. Әле 7 меңдән ашыу кеше өй шарттарында, 900-гә яҡын пациент стационарҙа дауалана. Табиптар 107 сирленең ауыр хәлдә булыуы хаҡында белдерә. Башҡортостанда вакциналау дауам итә. Бер тәүлек эсендә 34 мең кеше прививка эшләткән. Вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 763 мең самаһы кешегә эшләнгән. 1 миллион 444 меңе иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Республикала 150 урында, шул иҫәптән мобиль нөктәләрҙә прививка алырға була. Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122.

Фото №1 - Коронавирустан тағы  35 кешенең ғүмере ҡыйылған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ