Бөгөн стационарҙарға 899 кеше һалынған, уларҙың 563-ө – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 107 пациенттың 4-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 7 219 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Һуңғы тәүлектә сирҙән 671 кеше һауығып дауахананан сыҡҡан, 35 кеше вафат булған.
Республикала коронавирусҡа ҡаршы 2 484 667 кешене вакциналау күҙалланһа, бөгөн ике компонентты ла 1 444 250 кеше ҡаҙатҡан. Беренсе компонентты 1 762 728 кеше яһатҡан. Республикаға барлығы 2 282 558 доза вакцина килтерелгән. Уҙған тәүлектә медицина учреждениеларына прививка эшләтергә теләк белдереп 34 мең 50 кеше мөрәжәғәт иткән.
Гөлдәриә Йосопова




