Күмертауҙағы ике сауҙа үҙәгендә коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр тейешенсә үтәлмәүе асыҡланған

 Рейд барышында «Инвест» компанияһында урындағы һаҡ хеҙмәте бинаға инеүселәрҙең температураһын үлсәмәүе, вакцинация йә иһә һуңғы алты айҙа ковид менән ауырыу тураһында белешмә барлығын тикшермәүе асыҡланған.

«Күмертау» сауҙа үҙәгендә контроль эскә ингән урындарҙың береһендә генә ойошторолған, ә башҡа ишектәрҙән комиссия ағзалары бер ҡаршылыҡһыҙ инә алған. Рейд һөҙөмтәләре буйынса, Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре иҫкәрмәләр ҡалдырған.

Фото №1 - Күмертауҙағы ике сауҙа үҙәгендә коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр тейешенсә үтәлмәүе асыҡланған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ