«Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабы мохтаждарҙы йылы аш менән тәьмин итә башланы

Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе ғаиләһе менән коронавирус йоҡторған замандаштарыбыҙ. Шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләр, ауыр тормош хәлендә ҡалған күп балалы ғаиләләр ҙә бар. Меню көн дә яңыртылып тора.

Башлыса йәшелсә, туҡмаслы аш, быҡтырылған дөгө, картуф иҙмәһе, ҡарабойҙай бутҡаһы, итле ризыҡтар һәм салаттар өҫтөнлөк итә. Ризыҡтар бер тапҡыр ҡулланыла торған контейнерҙарҙа таратыла. Санитар-эпидемиология талаптарын үтәүгә етди иғтибар бүленә.

Мохтаждарға ярҙам проекты Өфөләге әҙер аш ресторандар селтәре менән берлектә тормошҡа ашырыла. Ирекмәндәр әйтеүенсә, ауырыуҙан хәлһеҙләнгән оло йәштәгеләр, ғәҙәттә, төшкө аш һорап мөрәжәғәт итә. Ирекмән Гүзәл Нуретдинова әйтеүенсә, был төр ярҙамға көндән-көн ихтыяж арта. Ваҡытты дөрөҫ бүлгәндә бөтә адрестар буйынса йөрөп өлгөрөргә мөмкин.

Фото №1 - «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабы мохтаждарҙы йылы аш менән тәьмин итә башланы

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ