Өфөләге хосписты киләһе йылда асыу күҙаллана

Уны төҙөү менән шөғөлләнгән  «Вера» федераль фонды вәкилдәре «Башҡортостан сәскәләре» ҡасабаһында сафҡа инәсәк объектта булды. Медик- социаль учреждение быйыл октябрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Хәйриә аҡсаларына һалынған хоспистағы төҙөлөш барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.

Бүлмәләр бөтәһе лә беренсе ҡатта. Уларҙың һәр береһенән урамға сығыу өсөн ишек бар. Проект буйынса  палата бәләкәй генә йортто хәтерләтә. Сөнки был донъяла һуңғы көндәрен кисереүселәр үҙен йорт шарттарында тойорға тейеш. Яҡындары сирле янына тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында килә аласаҡ.

Хоспис 60 урынлыҡ, уларҙың 40-ы ололар һәм 20-һе балалар өсөн тәғәйенләнгән. Өлкәндәр һәм балалар йәшәйәсәк  корпустарарҙы ике ҡатлыҡ административ бина айырып тора.

Стеналар күтәрелгән, ҡыйығы тулыһынса ябылған. Төҙөүселәр фасадты яба. Коммуникациялар буйынса бер аҙ эш бар. Тирә яҡ төҙөкләндерелә. Тиҙҙән тәҙрәләр ҡуйыласаҡ һәм эстән биҙәкләү эштәре башлана.

Радмила Сурначева, Өфө хосписының коммерция булмаған автоном ойошмаһы башҡарма директоры

Мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда 23 мең кеше паллиатив медицина ярҙамына мохтаж. Уларҙың 680  балалар. Әле күптәргә медицина ярҙамы өй шарттарында күрһәтелә. Хосписҡа йүнәлтмә  медицина учреждениеларынан биреләсәк. Фонд вәкилдәре әйтеүенсә, хосписта йәшәү бушлай.

Сифатлы паллиатив ярҙам күрһәтеләсәк. Бында белгестәрҙе уҡытыу ҙа ойошторолор тип уйлайым. Маҡсат – ауыртыуҙы баҫа торған препараттар менән йәшәгән кешегә мөмкин тиклем йылы йорт шарттары тыуҙырыу.

Елена Мартьянова, «Вера» хоспистарға ярҙам фонды директоры

Республикала был тәүге хоспис. Бында ауыр сирлеләрҙе дауалау түгел, ә хәлен еңеләйтеү йүнәлешендә эш алып барыласаҡ. Учреждениела медикаментоз ярҙам күрһәтелә.Стационарға ҡатмарлы сирҙән интегеүсе баланы ваҡытлыса ҡалдырып торорға ла мөмкин буласаҡ. Паллиатив ярҙамды учреждениенан тыш та күрһәтеү ҡарала. Саҡырыу буйынса алты бригада  йорттарға барып ярҙам күрһәтәсәк.

Кешеләр үлем тураһында һөйләү генә түгел уйларға ла ҡурҡа. Хоспис тураһында һүҙ йөрөткәндә иһә  яҡыныңа һөйөү, хәстәрлек һәм бәхетле һуңғы көндәр тураһында билдәләү урынлы.

Алина Ғиззәтуллина, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды директоры 
Башбат

 Хоспис –латин һүҙе, ул ҡунаҡсыллыҡ тигәнде аңлата. Фонд етәкселәре Өфөлә журналистарға был өлкәне яҡтыртыу буйынса лекция ла ойошторҙо. 

Фото №1 - Өфөләге хосписты киләһе йылда асыу күҙаллана

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ