1718-се йылда батша Петр Беренсе генерал-полицмейстер тигән яңы вазифа булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуя. Уның ҡарамағында полиция персоналы була.
Советтар Союзында иһә Эске эштәр министрлығы тарихы 1917 йылдың 10 ноябрендә башлана. Был көндә “Эшсе милиция тураһында”ғы күрһәтмә донъя күрә. Яңы Рәсәй тарихында 2011 йылда тәртип һаҡсылары атамаһы полицияға үҙгәртелгәндән һуң да, 10 ноябрь Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы булып ҡала.
Полиция хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан башлығы ла тәбриәкләне. Байрам уңайынан Радий Хәбиров эске эштәр министрлығы эргәһендәге аллеяла «Өфө городовойына» ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Тәртип һағында тороусыларҙың дөйөмләштергән образын һынландырған арт-объект 2018 йылда асылғайны. Башҡортостан башлығы полиция хеҙмәткәрҙәренең эшен тынығыһыҙ булыуын һәм ҙур фиҙәҡәрлек талап итеүен дә билдәләне.
Рафиҡ Әхмәтшин







