Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесле булды

Бөгөн палата ултырышында берҙәм тауыш менән Азамат Йәнбирҙин кандидатураһын хупланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уға тиклем Ростислав Мырҙағолов вәкәләтенән ваҡытынан алда баш тартты. Шулай уҡ палата комиссияларына рәйестәр билдәләнде.

Мәғариф, спорт, йәштәр сәйәсәте, ирекмәндәр хәрәкәте буйынса комиссияны Марина Таран етәкләй. Инфраструктура, биләмәләр үҫеше, хәүефһеҙлек һорауҙары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ,транспорт һәм юл хужалығы буйынса Роза Хузина, Мәҙәниәт, халыҡ-ара һәм дини мөнәсәбәттәр буйынса Әлиә Әхмәҙуллина, Граждандар хоҡуғын яҡлау,  йәмәғәт контроле, йәмәғәт советтары менән бәйләнеш буйынса Булат Сафин эшләйәсәк.

Фото №1 - Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесле булды

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ